6 декабрь, Шишәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 11:24

Башҡортостан үҙенең туристик потенциалын «Интурмаркет-2014»тә күрһәтәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан, Мәскәүҙә 15-18 мартта үтәсәк, «Интурмаркет-2014» туғыҙынсы халыҡ-ара туристик күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ. Бындай ҡарар республиканың туристик продуктын эске һәм халыҡ-ара баҙарына сығарыу, инеүсе һәм эске туризмды дәртләндереү, туристик эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярҙам итеү маҡсатында ҡабул ителгән.

БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы алдағы күргәҙмәгә әҙерлек менән, БР Туризм буйынса агентлығы башлығы Артем Колесников етәкселек иткән, ойоштороу комитеты шөғөлләнәсәк.

Ойоштороу комитетына алдағы күргәҙмә саралар план-графигын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды. Урындағы үҙидаралыҡ органдары менән Башҡортостандың Туриндустрия союзына республика экспозицияһын әҙерләүҙә ойоштороу-методик яҡтан булышлыҡ итергә тәҡдим ителде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.