10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2014 йыл, 10:48

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ҡыҙыу линияға шылтырата ала

автор: Эльмира Сабирова

«Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә социаль ярҙам итеү» темаһына ҡыҙыу линия йома, 17 ғинуарҙа, 14 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем үтәсәк. Һорауҙар 8 (347) 235-84-89 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Өфө хакимиәтенең халыҡҡа социаль ярҙам итеү идаралығы был сараны инвалид балалары булған ғаиләләргә аныҡ ярҙам итеү маҡсаты менән уҙғара. Ведомствола иҫәпләүҙәренсә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙә бик күп ауыр үҙгәлекле проблемалар тыуа, шул иҫәптән идаралыҡ белгестәре хәл итеүҙә ярҙам итә алырлыҡ медицина, социаль-иҡтисади, психологик, тәрбиәләү һәм ҡарау проблемалары.