Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең ошондай уҡ структуралары менән бер рәттә Рәсәйҙең иң яҡшы торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт органдары иҫәбенә инде. 2013 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттарында торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт органдары эшенең һөҙөмтәлелеген Торлаҡ контролен һәм күҙәтеүен үҫтереүгә булышлыҡ итеү торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары ассоциацияһы (АСЖКН) баһаланы.

Бер йыл эсендә республиканың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына 12,5 мең самаһы мөрәжәғәт теркәлгән. 43,2 мең тирәһе торлаҡ нормативтарын боҙоу асыҡланған, уларҙың 87 проценты бөгөнгө көнгә бөтөрөлгән. Бындай эш күрһәткестәренең береһе – торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе яңынан хисаплау сиратында халыҡҡа 17,1 миллион һум кире ҡайтарылған.

Дәүләт комитеты ҡушыуы буйынса идара итеүсе ойошмалар 628 миллион һумдан ашыу суммаға йорттарҙың конструкцияларын һәм инженер системаларын ремонтлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть