Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.91 ↑

EUR 69.68 ↑

27 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп Евгений Гурьев тәғәйенләнде

Сәйәсәт

16 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп Евгений Гурьевты тәғәйенләүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Евгений Александрович Гурьев 1971 йылдың 21 сентябрендә Бөрөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. Төрлө йылдарҙа «Башҡортостан» банкының әйҙәүсе юрисконсультанты, хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы урынбаҫары; «Урал-Себер банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең юрисконсультанты, өлкән юрисконсультанты, юридик идаралыҡ начальнигы, юридик департамент директоры, башҡарма директоры, вице-президенты; Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһендә идарасы урынбаҫары; «УРАЛСИБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Волга буйы төбәк дирекцияһы етәксеһе, башҡарма директоры, төбәк бизнесы буйынса төп башҡарма директоры булып хеҙмәт иткән; һуңғы өс йылда «УРАЛСИБ» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе урынбаҫары, банк Идараһы ағзаһы булды.

Евгений Гурьев был вазифала, үткән йылдың декабрендә Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары итеп тәғәйенләнгән, Рәмил Исҡужинды алмаштырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть