6 декабрь, Шишәмбе

16 ғинуар 2014 йыл, 17:41

Аҙна һуңында һауа торошоноң боҙолоуо күҙаллана

автор: Ольга Мортазина

17-20 ғинуарҙа Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы күҙаллана: урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙы һырынты һалыуы, ел ынтылышы секундына 18-23 метрға етеүе көтөлә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

«Һаҡлыҡ саралары күрергә кәрәк, сөнки көслө елдең электр тапшырыу линияларын боҙоуо, ағастарҙы йығылтыуы, реклама щиттарын аҡтарыуы ихтимал. Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Водителдәрҙе тиҙлек режимын һаҡлауҙарын һорайбыҙ. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә 112 телефоны буйынса шылтыратып була», — тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: һауа торошо