Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡытыусыларының класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләмдәре һаҡланасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡытыусылар 2014 йылда ла класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләмдәр аласаҡ. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, класс етәкселеге өсөн түләү күләме әүәлге кимәлдә ҡаласаҡ – класс комплектына бәйле. 25 уҡыусы булған кластарҙа класс етәкселәре элеккесә 1,5 мең һум аласаҡ. Берҙән-бер айырмалыҡ – әгәр үткән йылдарҙа өҫтәмә түләүҙәр федераль һәм республика бюджетынан түләнһә, 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып был маҡсатҡа средстволар БР бюджетынан бүленәсәк.

Бынан тыш, быйылғы бюджетта бөтә уҡытыусыларға дәртләндереү сифатында түләүҙәр ҡаралған.

БР Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 2013 йылдың яҡынса йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһында уртаса эш хаҡы 23 692 һум (2012 йылға ҡарата артыу 30 процент тәшкил итте) тәшкил итә. 2014 йылда БР бюджетында уртаса эш хаҡын 25 686 һумға тиклем арттырыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть