Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыу ҡулайлы түгел – РФ Хеҙмәт министрлығы

Иҡтисад

Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырыу ҡулайлы түгел, тип иҫәпләй илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.

— Пенсияға сығыуҙың иң юғары йәше, ҡағиҙә булараҡ, ғүмер оҙонлоғо 75-80 йыл тәшкил иткән илдәрҙә ҡаралған. Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғо әлегә юғары уҡ түгел: 2012 йылда был күрһәткес 70 йыл тәшкил итте, 2018 йылға күҙаллауҙар буйынса – 74 йыл. Тимәк, пенсия йәшен арттырыу Рәсәйҙә ҡулайлы түгел, — тип белдерҙе «РИА Новости»ға интервьюла министр.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, РФ пенсия системаһын үҫтереү оҙайлы сроклы стратегия нигеҙендә эшләнгән, декабрҙә ҡабул ителгән закондарҙа пенсия йәшен арттырыу ҡаралмаған.

— Бынан тыш, яңы пенсия формулаһы дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәше сигендә лә хеҙмәт итеү хоҡуғын күҙ уңында тота. Мөһим, был осраҡта пенсия күберәк буласаҡ: пенсия йәше етеп биш йыл үткәндән һуң пенсия тәғәйенләүгә мөрәжәғәт иткән осраҡта, билдәләнгән түләү 36 процентҡа артасаҡ, страховкалау пенсияһы – 45 процентҡа, йәғни бер ярым тапҡырға тиерлек,— тип аңлатты Максим Топилин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр сентябрь-ноябрҙә уртаса иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбе 2 013,9 мең кеше тәшкил итте.  Октябрҙә уртаса эш хаҡы 22470,4 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть