5 декабрь, Дүшәмбе

16 ғинуар 2014 йыл, 14:58

Башҡортостан Республикаһы һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында өс йылға килешеү төҙөнө

автор: Эльвира Латипова

2014-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһы һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында тимер юл транспорты өлкәһендә үҙ ара килешеп эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, тип хәбәр ителә Куйбышев магистрале сайтында. Документҡа Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин һәм БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов ҡул ҡуйҙы.

Килешеүҙә етештереү, финанс, инвестиция һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәләрендә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм төбәк араһында үҙ ара килешеп эш итеү перспективаларын бергәләп ҡороу ҡаралған. Документ республика үҫеше һәм 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында тимер юл транспорты үҫеше стратегияһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә яҡтарҙың үҙ ара файҙалы хеҙмәттәшлек итеүен булдырыуға йүнәлтелгән.

Документта вокзалдарҙы һәм уның эргә территорияһын реконструциялау һәм модернизациялау, шул иҫәптән уларҙың базаһында Өфө, Белорет, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Аксаков эшселәр ҡасабаһында транспорт-күсеп ултырыу узелдары булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә.

Дим — Өфө — Шаҡша участкаһында «Ҡала электричкаһы» проектын тормошҡа ашырыуҙа яҡтарҙың шулай уҡ бергәләп эшләүе ҡарала.