10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2014 йыл, 16:05

Радиожурналист Рәсүл Сәғитов яңы китабының презентацияһын үткәрә

автор: Алик Шакиров

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан» ТРК-һы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» яңы китабының презентацияһын үткәрә.

Был төплө баҫма үткән быуаттың 80 йылдарынан алып ватан тарихында үҙ урынын тапҡан йәмәғәт-сәйәсәт хәлдәрен, ваҡиғаларҙы, процестарҙы, ҡарарҙарҙы анализлауҙан тора. Улар авторҙың – тәүҙә гәзит хәбәрсеһе, һуңынан радиола етди программалар комментаторы һәм алып барыусыһы, әлеге ваҡыт шәхесенең,  үҙ күреү-кисереүҙәренән тора. Китаптың ике бүлегендә радиожурналистика «кухняһына» айырыусы иғтибар бүленә, йәш белгестәргә эшлекле кәңәштәр бирелә. Баҫма шулай уҡ башҡорт әҙәби телен ҡулланыу яғынан да әһәмиәтле, сөнки унда авторҙың был өлкәлә күп йыллыҡ тәжрибәһе сағылыш тапҡан.

Китап презентацияһы 22 ғинуарҙа, 14 сәғәттә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының алтынсы корпусында, 202-се аудиторияла, Октябрь революцияһы урамы, 10 адресы буйынса үтәсәк. Унда «Китап» нәшриәте продукцияһының күсмә сауҙаһы ойоштороласаҡ.