8 декабрь, Кесе йома

15 ғинуар 2014 йыл, 14:15

Башҡорт һылыуҡайҙарының «Йәшлек гүзәле-2014» конкурсы старт алды

автор: Алик Шакиров

Башҡорт телендә «Йәшлек» республика йәштәре гәзите уҡыусылары араһында даимиә рәүештә төрлө ижади конкурстар уҙғара. Уларҙың иң популярлыҡ яулағандарының береһе – «Йәшлек гүзәле» конкурсы. Унда ҡыҙҙарҙың фотолары менән уларҙың тормош юлы, киләсәк хыялдары тураһында мәғлүмәт баҫыла. Был матур проект гәзит уҡыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Конкурста ҡатнашыусылар ҡыҫҡаса резюме һәм фотоларын ye02@yandex.ru адресы буйынса, «Бәйләнештә»ге гәзиттең аккаунтына ебәрә ала. Социаль селтәрҙә шулай уҡ «Йәшлек гүзәле-2014» төркөмө бар, унда фотолар ҡуйыла, һорау алыуҙар үткәрелә, фекерҙәр иҫәпкә алына. Яҙылыусылар һылыуҡайҙарҙы төрлө номинациялар буйынса һайлай, еңеүселәр гәзит биттәрендә баҫыла. Төркөмдә йыл миҙгелдәре буйынса «Ҡарһылыу», «Яҙһылылыу», «Йәйһылыу» һәм «Көҙһылыуы» еңеүселәре билдәләнә. Декабрҙә «Йәшлек гүзәле-2014» берләшмәһе ҡатнашыусылары һәм редакция коллективы иң матур ҡыҙҙарҙы һайлаясаҡ, улар үҙҙәре менән гәзитте һәм киләһе йыл календарын биҙәйәсәк, тип хәбәр иттеләр «Йәшлек» гәзите редакцияһынан.