4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ғинуар 2014 йыл, 11:23

Дәүләт Йыйылышы депутаттары күп фатирлы йорттарҙа ремонт сифатын контролдә тотоуҙы көсәйтәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Елена Родина етәкселегендәге профилле Комитет ултырышында торлаҡ сәйәсәте һорауҙары тикшерелде. Ултырышты асып, етәксе Комитеттың яҙғы сессия ваҡытындағы ҡайһы бер эштәренә йомғаҡ яһаны. Атап әйткәндә, отчет осоро эсендә Дәүләт Йыйылышы ҡарауына дүрт БР закон проекты һәм бер ҡарар проекты индерелде. Дәүләт Думаһынан килгән 36 закон проекты ҡаралды. Күсмә ултырыш, түңәрәк өҫтәл кеүек эш формалары әүҙем ҡулланылды. Көҙ дауамында Комитетҡа 409 граждан мөрәжәғәте теркәлде, Комитет рәйесе һәм уның урынбаҫары үҙҙәре граждандарҙы ҡабул итте. Улар һөҙөмтәһендә парламентарийҙарға 44 кеше үҙ проблемалары тураһында үҙе һөйләне. Шулай итеп, закон проекты эшенең яҡынса программаһы тулыһынса үтәлде.

БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин депутаттар алдында «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында»ғы БР законының үтәлеше тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Доклад яһаусы, 1992 йылда ҡабул ителгән закон ваҡыт үтеү менән бер аҙ үҙгәрештәр кисерҙе, тип хәбәр итте. Төбәктә хосусилаштырыу буйынса алып барылған эштәр һөҙөмтәһендә, 2011-2012 йылдарҙа муниципаль милектән 368 мең квадрат метр торлаҡ шәхси мөлкәткә күсерелде. Шул уҡ ваҡыт арауығында хосусилаштырыу буйынса ҡаланың торлаҡ фонды 300 мең квадрат метрға кәмене, ә ауылдыҡы 68 меңгә. Федераль ҡануниәтте үтәү буйынса эштәр киләһе йылдың мартына тиклем дауам итәсәк. Белгестәр күҙаллауы буйынса, хосусилаштырыу срогы аҙағында республикала шәхси милеккә тик төҙөкләндерелмәгән йорттар ғына күсмәй ҡаласаҡ.

Был мәсьәлә буйынса өҫтәмә докладсы булып республиканың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева сығыш яһаны, ул етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү һәм хосусилаштырыу эшендә уларҙың ҡатнашлығы буйынса Башҡортостанда барлыҡҡа килгән хәл тураһында һөйләне. Министрлыҡ тарафынан үткәрелгән мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1381 бәлиғ булмаған кешенең үҙ милкендә торлаҡ бар. Шул уҡ ваҡытта, төбәктә дөйөм етем балалар иҫәбенең 80 проценты – социаль етемдәр, улар хосусилаштырыуҙа балаларҙың мотлаҡ рәүештә ҡатнашыуы тураһындағы закон нормаларына эләкмәй, тип хәбәр итте етәксе. Шуға ҡарамаҫтан, ведомство балалар хоҡуғын һаҡлауҙы контролдә тота.

Көн тәртибендә киләһе «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР законына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында» БР законының 18-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика закон проекттары ҡаралды.

Беренсе проект күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте ремонтлау менән шөғөлләнеүсе махсус коммерцияһы булмаған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡарата тикшереүҙәр һәм дәүләт торлаҡ күҙәтеүен үтәү менән бәйле. Икенсе проект территорияларҙы планлаштырыу буйынса документтарҙы әҙерләү тәртибен билдәләй. Ике проект та Комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов тарафынан әҙерләнде һәм һуңғы уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителде.

Киләһе «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы законынының 13-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров тәҡдим итте. Башланғыс намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙы яҡлау һәм уларға ярҙам итеү менән бәйле.

Бынан тыш, депутаттар ултырышта федераль закон проекттары буйынса БР Дәүләт Йыйылышының өс ҡарарын тикшерҙе.