4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 17:38

БР мосолмандар Диниә назараты мөфтиәт уҡытыусыларының белем кимәлен үҫтерә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһы мосолмандар Диниә назараты мәсеттәрҙә ислам нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен уҡытыу буйынса уҡытыусыларға аттестация үткәрә. Аттестация 2014 йылдың 5 февраленә планлаштырылған һәм Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә нигеҙендә үтәсәк. Имтиханға БР мосолмандар Диниә назараты имамдары менән тәҡдим ителгән шәхестәр инә ала.

Аттестация уҡытыусыларҙың профессиональ компетентлыҡтары Идаралыҡ талаптары кимәленә тап килеүен билдәләүгә, уртаҡ эштең координацияһын яҡшыртыуға, дини белем биреү процесын оптималләштереүгә йүнәлтелгән.

Сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә яуаплы БР мосолмандар Диниә назараты рәйесенең белем биреү буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов, хәҙер быға оҡшаш тикшереүҙәр йылына бер тапҡыр – февралдә үткәреләсәк, тип хәбәр итте.

Бөгөн БР мосолмандар Диниә назараты үҙ уҡытыусыларының һәм дини хеҙмәткәрҙәренең белем кимәленә айырыуса иғтибар бүлә. Аттестациянан тыш, республика мөфтиәте алыҫ урынлашҡан райондарҙың имамдары өсөн квалификацияны арттырыу буйынса күсмә курстар үткәрә.