4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 16:46

Рәсәйҙә балалар пособиеһы биш процентҡа индексацияланды

автор: Галина Бахшиева

2014 йылдың 1 ғинуарынан алып «Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында»ғы  Федераль закон менән ҡаралған пособиелар күләме биш процентҡа индексацияланды. Башҡортостанда бындай пособиелар район коэффициентын иҫәпкә алып түләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтәнә алды республиканың БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шуға күрә, 1 ғинуарҙан алып Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие күләме 15,8 мең һумға тиклем артасаҡ. Мотлаҡ социаль страховкалауға тейеш булмағандарға, йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие күләме тәүге баланы тәрбиәләгәнгә – 2,9 мең һумға, икенсе һәм артабанғы балаларҙы тәрбиәләгән өсөн 5,9 мең һумға тиң буласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында алырға була.