10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 16:20

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек башланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүҙе әҙерләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән республиканың ойоштороу комитеты составы раҫланған, уны Рөстәм Хәмитов етәкләй. Уның составында 32 кеше – Хөкүмәт вице-премьерҙары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, район һәм ҡала башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.

Төбәк ойоштороу комитетына «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты менән берлектә, 2015 йылда тормошҡа ашырырға кәрәк буласаҡ, тантаналы саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды, тип хәбәр ителә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.