Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы старт алды

Йәмғиәт

13 ғинуарҙа Республика иҡтисад лицей-интернатында инглиз теле буйынса олимпиада башланды. Был бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына ингән төрлө дисциплиналар буйынса 21 олимпиаданың беренсеһе. Олимпиаданың мәктәп һәм муниципаль этаптары Башҡортостанда 2013 йылдың октябренән алып декабренә тиклем уҙҙы. БР Мәғәриф министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, мәктәп этабында 5-11 кластарҙан 160 мең самаһы бала ҡатнашты. Төбәк этабында үҙҙәренең һәләтен 2500-ҙән ашыу уҡыусы күрһәтәсәге көтөлә.

Төбәк этабы 10 февралгә тиклем дауам итәсәк. Инглиз теленән башҡа, уға киләһе предметтар буйынса олимпиадалар инә: астрономия, сәнғәт (МХК), француз теле, география, физика, рус теле, биология, тарих, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре (ОБЖ), йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, хоҡуҡ, химия, физкультура, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), математика, экология, немец теле, технология, иҡтисад.

Төбәк этабында еңеүселәр яҙ үтәсәк бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашасаҡ.  Улар олимпиадала еңеү яулаһа йәки лауреат булһа, шул предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан азат ителә. Шулай уҡ улар, ярашлы рәүештә, 60 һәм 30 мең һум күләмендә президент гранттарын аласаҡ.

Быйыл олимпиадаларҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть