5 декабрь, Дүшәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 14:59

ЮНЕСКО-ның Гәлсәр тажын Өфө уҡыусыһы кейҙе

автор: Әлим Фәйезов

Өфө ҡалаһының 44-се мәктәбе уҡыусыһы Лия Мостафина Мәскәүҙә үткән «Рәсәйҙең гәлсәр тажы» конкурсында ЮНЕСКО-ның Гәлсәр тажына эйә булды. Бынан тыш, ул ике Гран-приға лайыҡ – «милли костюм» һәм «конкурс моделе» номинацияларында.

Өфөнөң 44-се мәктәбе директоры Оскар Латыпов хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәренән – Саратов, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Өфө, Сочи, Таганрог, Балаков, Украина, Египет, Төркиә, Польшанан сығыш яһаусы 45 ҡатнашыусынан Өфө уҡыусыһы иң талантлыһы һәм сибәрерәге тип танылды.

Лия үҙе әйтеүенсә, ул өс ай дауамында  «Һылыуҡай» — Bashkirian Beauty моделдәр агентлығында шөғөлләнә. Унда ошо бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарылыуы хаҡында белә.

Лия Мостафинанан тыш, Башҡортостандан «Һылыуҡай» агентлығынан ике ҡыҙ ҡатнаша.

— Лия Мостафина бик тыйнаҡ уҡыусы, яҡшы уҡый һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, сит ил телдәрен өйрәнә, милли йолаларҙы ихтирам итә, — тип һөйләй йәш модель тураһында мәктәп директоры.