10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 14:21

Башҡортостан Президенты: «2014 йыл еңел булмаясаҡ»

автор: Галина Бахшиева

2014 йыл еңел булмаясаҡ, ә бәлки ҡайһы бер мәғәнәлә, уҙған 2013 йылға ҡарағанда ауырыраҡ та, тип белдерҙе «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һүҙ иң тәүҙә иҡтисади хәл тураһында бара, ул «әлегә тигеҙләнмәй, әммә йыл һуңын беҙ уңышлы тамамланыҡ».

— Ноябрь һәм, ышанам, декабрь 2012 йылға ҡарата биш процентҡа тиерлек плюс менән барҙы. Был бик насар түгел. 2013 йылды 2012 йылға ҡарата айырым сәнәғәт производстволарында 2,5-3 процентҡа артым менән тамамланыҡ, тип өмөт итәбеҙ. Был шулай уҡ һәйбәт, — тип иҫәпләй республика башлығы.

Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 2013 йыл йомғаҡтары буйынса тулайым төбәк продукты 3-3,5 процентҡа күберәк.

— Һалым буйынса, 2012 йылға ҡарата беҙ өс процентҡа артығыраҡ йыйҙыҡ, тип әйтергә була. Рәсәйҙә килемгә һалым буйынса тотош һалым йыйылмаһы 10 процентан ашыу кәмеүҙе иҫәпкә алғанда, был шулай уҡ насар түгел. Бындай күрһәткестәр эшебеҙҙә биргән вәғәҙәләрҙе һәм пландарҙы үтәргә мөмкинселек бирҙе, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.