3 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 12:00

«Республика Башкортостан» гәзите «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәрен иғлан итте

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Рәсәй матбуғаты көнө – 13 ғинуарҙа, беренсе тапҡыр «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы үҙенең «Йыл кешеһе» номинацияһы менән 13 кешене наградланы.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығындағы бүләкләү тантанаһы Республика Йортонда үтте.

— Бөгөн бында ғәҙәти кешеләр түгел, күренеклеләр йыйылған. Үҙенең хеҙмәте, һәләте менән эшендә ҙур уңыштар ҡаҙанған кешеләр, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙ беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ, һәм «Республика Башкортостан» гәзитенә ошондай рубриканы асҡандары, маҡтауға, һоҡланыуға һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр менән эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Гәзитте асҡанда, сираттағы берәй иҫ киткес кеше тураһында мәҡәләне уҡыу, минең өсөн бик мөһим. Дөрөҫөн әйткәндә, мин тауыш биреүҙә ҡатнашманым, әммә шуға ҡарамаҫтан, «Республики Башкортостан» публикациялары геройҙары өсөн тауыш биреүселәр менән минең оҡшатыуҙарым тап килде.

— «Йыл кешеһе» публикациялар йомғаҡтары буйынса һайлап алынды, — тине «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева. — Залда ултырыусылар йәмғиәтебеҙҙең билдәле тенденцияларын сағылдырыусы өлгөлө кешеләре тип иҫәпләйем.

«Республика Башкортостан» гәзите фекеренсә «Йыл кешеһе»-2013 исеменә лайыҡ булыусылар иҫәбендә – бизнес, сәнәғәт, төҙөлөш, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре, шулай уҡ ҡотҡарыусылар һәм туғанының ата-әсәһеҙ ҡалған дүрт балалаһын тәрбиәгә алған ҡатын.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, эштә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә социаль өҫтөнлөктәр өсөн «Республика Башкортостан» гәзите версияһы буйынса «Йыл кешеһе» дипломын «30-сы төҙөлөш идаралағы» начальнигы, Межгорье ҡалаһы Советы башлығы Владимир Абрамчук алды. Был ҡалала идаралыҡ даими рәүештә эш күләмен арттырғанға күрә, бында тотороҡло социаль шарттар һаҡлана, мәҙәниәт һәм спорт үҫешә.

Үҙенең производствоһын инвестициялағаны өсөн «Йыл кешеһе» исеменә «Востокнефтезаводмонтаж» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтов лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында билдәләп үтеүҙәренсә, уның етәкселек итеү стиле һәм алымы булғанлыҡтан, «Востокнефтезаводмонтаж» коллективы үҙ позицияларын һаҡлап алып ҡалыуға ғына түгел, ә ҡеүәтле үҫешкә иреште.

Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы селтәрен үҫтереүҙә яңыса алымдар ҡулланғаны өсөн «Йыл кешеһе»-2013 исеменә «Пышка» тауар билдәһе хужабикәһе Рәсимә Мусина лайыҡ булды. Тыуған төйәктә туризм үҫеше өсөн – Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фонды президенты Марс Юлбарыҫов. Ҡарауға алған балаларҙы тәрбиәләгәне өсөн – Йәрмәкәй районы Ҡыҙыл Яр ауылынан хужабикә Фәйрүзә Солтанова.

Театр спектаклдәрен ҡуйыуҙа яңы алымдар эҙләүе өсөн ошо уҡ исемде Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов алды. 2013 йылда уның сағыу режиссерлыҡ эше баһаланды. Олег Ханов Таңсулпан Ғарипова пьесаһы буйынса «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклын сәхнәгә ҡуя, уның өсөн Башҡортостан Президенты грантын ала.

— «Йыл кешеһе» — ғорур яңғырай, — тип иҫәпләй Олег Ханов. — Шунда уҡ тағы ла күберәк эшләһе килә. Театрға килегеҙ, театрҙы яратығыҙ.

Өфөлә Башҡортостанда беренсе заманса сәнғәт үҙәген асыуҙары өсөн йәш бизнесмендар Валериан Гагин һәм Рөстәм Рамазанов шулай уҡ «Йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булды. «Болоттар» үҙәгенә сауҙа комплексының өстән бер өлөшөн бирҙеләр, хәҙер бында кинолар күрһәтеү, театр постановкалары, концерттар ҡуйыу, шиғриәт һәм милли мәҙәниәт кисәләре, һынлы сәнғәт, фото күргәҙмәләре һәм башҡалар уңышлы үткәрелә. Айырыуса был проект «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһе кешеләре өсөн бик кәрәкле, сөнки бында бер ниндәй ҙә художество галереялары, театрҙар ҙа юҡ.

«Йыл кешеһе» номинацияһы буйынса тағы ла бер мәҙәниәт вәкиле диплом менән наградлана – классик музыканы әүҙем пропагандалау өсөн –БР Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов.

2013 йылдың август-сентябрендә Алыҫ Көнсығышты һыу баҫыу ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарғаны өсөн «Республика Башкортостан» версияһы буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк отрядының Өфө филиалы начальнигы Вячеслав Климец «Йыл кешеһе» булды. Уның етәкселеге аҫтында Өфөнөң 25 ҡотҡарыусыһы һыу стихияһынан 986 кешене ҡотҡарҙы, уларҙың 137-һе – балалар. Вячеслав Климец билдәләүенсә, «бөтә эште беҙ команда менән эшләйбеҙ, сөнки ҡотҡарыусы яңғыҙ эшләй алмай».

Үҙ сиратында, «Пакер» фәнни-производство фирмаһы директоры Марат Ноғоманов хеҙмәт кешеһенең һаулығын һаҡлау буйынса дәүләт системаһын булдырыу идеяһы өсөн иң яҡшыһы тип танылды, «Республика Башкортостан» гәзите биттәрендә  ауырыу балаларға ярҙам итеү өсөн аҙна һайын сыға торған рубрика асырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, мәсьәләләрҙә хәл итеүҙә ул уңышлы инструмент буласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырыуҙарҙы  диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәртеү һәм индереү буйынса ярты быуат берләшкән тикшеренеү һөҙөмтәһе өсөн «Республика Башкортостан» гәзите версияһы буйынса иң яҡшылары тип БР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Наил Ғатауллин, профессор Һәүбән Хунафин һәм профессор Владимир Плечев танылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылда улар ҡорһаҡ ярыһында йәбешмә ауырыуын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәрткәндәре һәм индергәндәре өсөн фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премия лауреаттары булды.

— 2014 йыл беҙгә күберәк яңы геройҙар асыр тип ышанам. Республикабыҙ ысынлап та шәп, намыҫлы эшләгәндәргә бай. Беҙгә бөгөн әүҙем, креатив һәм инициативалы кешеләр етмәй. Һеҙҙең кеүек, үҙенең эше, хеҙмәте, ҡаҙаныштары менән яҡшы өлгө күрһәтерлек кешеләр етмәүе ныҡ һиҙелә. Мин һеҙгә бының өсөн бик рәхмәтлемен, — тип билдәләне «Йыл кешеһе»-2013 исеменә лайыҡ булыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.