5 декабрь, Дүшәмбе

14 ғинуар 2014 йыл, 9:55

Рәмил Дилмөхәмәтов Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рәмил Дилмөхәмәтовты Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рәмил Хөрмәт улы Дилмөхәмәтов 1954 йылдың 12 сентябрендә Балаҡатай районының Яңы  Масҡары ауылында тыуа. Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда «Төрөкмәнэнергоремонт» тресты Марый участкаһында слесарь булып башлай. Төрлө йылдарҙа «Союзнефтеавтоматика» Бөтә Союз берекмәһенең көйләү идаралығында техник; Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында инженер, өлкән мастер, баш инженер; район Советының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы; Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.