11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2014 йыл, 15:11

Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика журналистарын, матбуғат, нәшриәт эше һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары – Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.

— Был иҫ киткес байрам күп һөнәр кешеләрен – журналистарҙы, мөхәррирҙәрҙе, нәшриәт һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәрен, баҫма продукцияларын таратыусыларҙы, — үҙенең ижади хеҙмәте менән илдең һәм республиканың берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыусыларҙың барыһын да берләштерә, — тип билдәләнгән ҡотлау мөрәжәғәтендә. — Ысынында иһә, беҙҙең редакцияларҙы матбуғат ҡына тип атауы ауыр, сөнки күп гәзиттәр һәм журналдар төрлө мультимедиаларҙы ҡулланып интернет-киңлекте, социаль селтәрҙәрҙе үҙләштерә, шуның менән күберәк уҡыусыларҙы һәм хатта тамашасыларҙы йәлеп итә. Һәм беҙ, был аудиторияның ошо сегментта даими рәүештә үҫешеүен беләбеҙ. Тап һеҙҙең профессионализмдан, белгәнлектән, төбәктә, илдә, донъяла булған ваҡиғаларҙы аңлауҙан кешеләрҙең кәйефе, уларҙың донъяны һәм үҙенең киләсәген күреү тора.

Ведомство башлығы өлкә хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәт, оҫталыҡ, ваҡиғаларҙы сағылдырғанда объективлыҡ һәм яуаплылыҡ өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм уларға сәләмәтлек, бәхет, шулай уҡ «яңы уңыштар һәм ижади еңеүҙәр» теләне.