10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2014 йыл, 10:20

Рөстәм Хәмитов Өфө районында энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йортто баһаланы

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

10 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйынса эш сәфәре барышында Таптыков, Зубов, Булгаков ауыл биләмәләрендә булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Таптыков ауылында республика етәксеһе инженер Альфред Фәйзуллиндың саған бурсаһынан төҙөгән энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йортто ҡараны. Был «Йәшел стандарттар» күсемһеҙ милек объекттарын ирекле сертификациялау системаһына тап килгән республикала беренсе йорт. Бындай йорттоң үҙенсәлеге – уны традицион алымдар менән йылытырға кәрәкмәй һәм энергияны аҙ ҡуллана. Бында альтернативалы энергия сығанаҡтары ҡулланыла – ҡояш коллекторы һәм йылылыҡ насосы.

Махсус елләтеү системаһы, юғары йылылыҡ ҡаршылығы менән тәҙрәләр һәм ишектәр, тоташ ҡатламлы йылытҡыс – былар барыһы ла йылының ҙур кимәлдә юғалмауына һәм йылылыҡ өсөн тотоноуҙарҙың (газ йылытҡысы менән сағыштырғанда ике-өс тапҡырға) кәмеүенә килтерә. Өйҙөң майҙанын, уның комплектлаштырыуын, биҙәкләү материалдарын иҫәпкә алғанда, бындай әҙер йорттоң бер квадрат метры өсөн хаҡ 30 мең һумдан алып үҙгәрә.

«Был бик ҡыҙыҡлы һәм заманса проект. Беҙгә үҙләштерергә һәм кешеләргә тәҡдим итергә кәрәкле иртәгәге көндөң технологияһы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн беҙ был тәжрибәгә фекер алыштыҡ, иртәгә – уйларға тейешбеҙ, ә иртәнән һуңға – уны киң тарата башларға».

Өйҙө ҡарағандан һуң эш кәңәшмәһе аҙағында Рөстәм Хәмитов киләһе бурыстар йөкмәтте: республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевҡа – 2014 йыл дауамында төбәк нормативын эшләргә һәм Башҡортостанда «Йәшел стандарттар» системаһы буйынса сертификациялау органын ойоштороуҙы тиҙләтергә; Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Камил Мансуровҡа һәм Өфө районы башлығы Михаил Давыдовҡа – энгергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияларын ҡулланып Өфө районында моделле ҡасабаны проектлау һәм төҙөү өсөн эксперимент майҙансыҡ билдәләү буйынса тәҡдимдәр индерергә; Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Юрий Пустовгаровҡа – энергияны һаҡсыл файҙаланыусы йорттар тәжрибәһен таратыу буйынса тәҡдимдәр индерергә, шул иҫәптән күп ҡатлы йорттарҙа һәм индустрия төҙөлөшөндә лә.

Зубов ауылында Башҡортостан Президенты уҙған йылдың һуңында асылған теннис үҙәген ҡараны. Унда өс ябыҡ корт, физик әҙерлек залы, массаж кабинеты, сауна урынлашҡан. Спорт комплексының дөйөм майҙаны – 2380 квадрат метр. Ул каркаслы металл конструкцияһынан эшләнгән. Бер квадрат метрҙың хаҡы 7,5 мең һум тәшкил итә. Корттар ярыштар үткәреү өсөн халыҡ-ара стандарттарға тап килә, бында беренсе бөтә Рәсәй турниры ғинуар аҙағына планлаштырылған. Әлеге ваҡытта үҙәк 90 процентҡа тулған. Бында өлкәндәр һәм биш йәштән алып балалар шөғөлләнә.

Булгаков ауылында Рөстәм Хәмитов ауылдың дөйөм төҙөкләндерелеүе, транспорт инфраструктураһы объекттарының эштәре менән танышты.