10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2014 йыл, 12:00

Төбәк башлығы: «Магазин кәштәләрендә республика продукциялары булырға тейеш»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Белорет районы буйынса эш сәфәре барышында урындағы аҙыҡ-түлек магазиндарының тауар төрҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Тирлән ауылында республика башлығы ит кибетендә булды. Магазин, халыҡтан һатып алынған, яңы һуйылған ит, шулай уҡ ит ярымфабрикаттары һәм колбасалар һата. Тауар төрҙәрен өйрәнеү барышында, сауҙа предприятиеһы колбасаларҙың күп өлөшөн Силәбе өлкәһенән килтереүе асыҡланды. Был, ошо төр продукцияның күрше өлкәлә арзан хаҡҡа һатылыуы менән бәйле.

— Урындағы магазиндарҙа күберәк республикала етештерелгән тауарҙар һатылыуы мотлаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Уларҙы һатыуҙан средстволар республика бюджетына кире ҡайта, һуңынан шул аҡсаларға Тирләндә кәрәкле социаль объекттар төҙөп була.