10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2014 йыл, 11:19

Башҡортостан Президенты Белорет районында йылытыу миҙгеленең барышын тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 11 ғинуарҙа, эш сәфәре менән Белорет районына барҙы. Республика башлығы яңы блоклы ҡаҙандарҙың эшен тикшерҙе, социаль объекттарҙы ҡараны, Тирлән ауылы халҡы менән аралашты, ветерандарҙың хәлен белеште.

Тирлән ауылында Рөстәм Хәмитов йорттарҙа һәм социаль өлкә объекттарында йылытыу системаһын реконструкциялау буйынса проектты тормошҡа ашырыу менән танышты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Проект сиктәрендә йыл эсендә бөтәһе дүрт блоклы газ ҡаҙандары һалынған. Уларҙың берәүһенең эшен Башҡортостан Президенты тикшерҙе.  Яңы ҡаҙанлыҡ бүлмәһе йылытыу миҙгеле башында тест үткәреү режимында сафҡа индерелде. Хәҙер ебәреү-көйләү эштәре тамамланған тиерлек. Ҡаҙанлыҡ Тирлән участка дауаханаһын йылы менән тәьмин итә. Элек медицина учреждениелары иҫке күмер ҡаҙанлығы менән йылытыла ине. Туҙған селтәрҙәр һәм объекттарҙың алыҫ урынлашыуы сәбәпле йылылыҡ ҙур күләмдә юҡҡа сыға торғайны. Һөҙөмтәлә, бер гигакалорий йылылыҡ ике мең һумға тура килә ине.

Ошо уҡ проект сиктәрендә ауыл биләмәһенең 431 фатирында шәхси газ ҡаҙандары ҡуйылды. Ул 2200 кешене йылы менән тәьмин итергә мөмкинселек бирҙе. Республика башлығына һөйләүҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тирләндәрҙең йылылыҡ өсөн түләүҙәре ике тапҡырға кәмене.

-  Тирлән йылылыҡтың ҡиммәтлелеге арҡаһында оҙаҡ интекте, сөнки йылытыу системаһы файҙаһыҙ эшләне, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер был мәсьәлә хәл ителде.

Энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яңы ҡорамалды сафҡа индереүҙән иҡтисади файҙа күләме 7 миллион 200 мең һумдан уҙасаҡ.

— Бындай проекттарға аҡса йәлләргә кәрәкмәй. Иң мөһиме, кешеләр отошта ҡала, — тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы хеҙмәт ветераны Нина Григорьевна Гаеваның хәлен белешергә тигән саҡырыуҙы ҡабул итте. Өлкән ҡатын Башҡортостан Президентына өс тапҡыр мөрәжәғәт итте. Ике мөрәжәғәте газофикациялау, өйҙө ремонтлау һәм канализация системаһын үткәреү тураһында үтенестәргә бәйле булды.  Президент Хөкүмәткә һәм муниципаль район хакимиәтенә тейешле саралар күрергә ҡушты. Рөстәм Хәмитов йөкләмәләр үтәлешен үҙе тикшерҙе.

Нина Григорьевна республика башлығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, шәхси газ ҡаҙандарын ҡуйғанға тиклем уға йылылыҡ өсөн ай һайын 2-шәр мең һум түләргә тура килә ине. Хәҙер был сумма 450 һумға тиклем кәмене.

Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов  ауыл халҡы менән аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Тирләндәр туҙған йорттарҙы ремонтлау һәм балаларға уйын майҙансыҡтары төҙөү проблемаларын күтәрҙе.

— Ауылды төҙөкләндереү буйынса эште беҙ мотлаҡ рәүештә дауам итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.