4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ғинуар 2014 йыл, 17:46

Башҡортостанда Мәүлит байрамын билдәләй башланылар

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың «Йоматау» шифаханаһында Мәүлит байрамы (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнөн байрам итеү) үткәрҙеләр. Ойоштороусылары – урындағы мәхәллә һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты. Һаулыҡ йорто етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре ҙур ярҙам күрһәтте.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамды Йоматау мәсете имам-хатибы Йәмил Ғәрифуллин алып барҙы. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡушыуы буйынса «Ләлә-Тюльпан» мәсете имам-хатибы Әхмәт Ғәрифуллин һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты проректоры Мөрсәл Әхмәтов сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

Шәкерттәр хисле, юғары кимәлдә мөнәжәт әйтте. Шулай уҡ урындағы мәхәллә вәкилдәре сығыш яһаны.

Байрам һуңында йола буйынса һый-хөрмәт менән табын әҙерләнгәйне. Тантаналы сарала ҡатнашыусыларға йәмғиәттең рухлылығын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды.

«Йоматау»ҙа Мәүлит байрамы быйыл беренселәрҙән булып үтте. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө Мосолман календары буйынса Рәбиғүл әүәл айының 12-се көнөндә үткәрелә, 2014 йылда ул 13 ғинуарға тура килә.

темалар: дин,ислам