10 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2014 йыл, 16:54

Уҙған йылда Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

2013 йылда Өфө мәшғүллек хеҙмәте 66 вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе, унда 1,8 меңдән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашты.

Был ваҡыт эсендә улар эш эҙләүселәргә 42,8 меңдән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.

— Дөйөм йыл эсендә вакансиялар йәрминкәләренә 23 меңдән ашыу кеше килде. Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә 6,5 мең тирәһе кеше эшкә саҡырыу алды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова.