Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә донорҙарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе

Иҡтисад

2014 йылдың 1 ғинуарынан алып «Рәсәйҙең почетлы доноры» йәки «СССР-ҙың почетлы доноры» билдәләре менән наградланған граждандарға йыл һайын бирелә торған аҡсалата түләүҙәр тәртибе үҙгәрҙе.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко аңлатыуынса, әгәр элек йыл һайын бирелә торған аҡсалата түләү ай һайын бүленеп түләнһә, 2014 йылдан алып билдәләнгән түләү, ағымдағы йылдың 1 апреленән ҡалмайынса, йылына бер тапҡыр биреләсәк.

2014 йылдың 1 ғинуарынан алып был түләүҙең күләме индексацияланған һәм 11 728 һум (2013 йылда – 11 138 һум) тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть