Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

2043 йылға тиклем капиталь ремонт үткәреү республика программаһы раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Уны раҫлау һәм йыл һайын яңыртыу тураһында БР Хөкүмәте ҡарары йома рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Программаны тормошҡа ашырыу срогы – 2014-2043 йылдар. Биш йыллыҡ алты этап ҡаралған. Күп фатирлы йорттарҙың теҙмәһе йәки капиталь ремонт буйынса хеҙмәттәрҙә үҙгәрештәр булған осраҡта, документ йыл һайын яңыртылырға тейеш. Программаны үтәү буйынса аныҡ саралар артабан өс йылға тиклемге ҡыҫҡа сроклы пландарҙа яҙыласаҡ.

Программаны «Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы» фонды әҙерләне. Финанслау сығанаҡтары итеп торлаҡ милекселәре түләүҙәре, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһы средстволары, республика һәм муниципаль бюджеттар билдәләнгән.

Программаның ҡушымтаһында адреслы йорттарҙың тулы исемлеге бирелгән. Уға, авария торошондағы һәм һүтелергә тейеш йорттарҙан тыш, республиканың бөтә күп фатирлы йорттары ингән. 16 991 күп фатирлы йорттоң дөйөм майҙаны 52,89 миллион квадрат метр тәшкил итә.

Документты әҙерләүселәр, республиканың торлаҡ фонды әлеге ваҡытта юғары кимәлдә туҙған, тип билдәләне. Бөтә күп фатирлы йорттарҙың 41 проценты 40 йылдан ашыу элек төҙөлгән. 47 процент тирәһе 30 проценттан ашыуға туҙған һәм капиталь ремонтҡа мохтаж.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть