10 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2014 йыл, 14:45

Быйыл республика халҡын 121 ял һәм байрам көндәре көтә

автор: Галина Бахшиева

2014 йылда рәсәйлеләр 118 көн ял итәсәк, ә Башҡортостан халҡын, мосолман байрамдары булғанлыҡтан, өҫтәмә өс ял көнө көтә.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ураҙа байрамы, Ҡорбан ғәйете һәм Республика көнөн байрам итеүгә бәйле 28 июль, 4 һәм 11 октябрь эшләмәгән байрам көндәре тип иғлан ителгән.

2014 йылда рәсәйлеләрҙе дүрт көнлөк өс «уик-энд» — майҙа, июндә һәм ноябрҙә, көтә тип алдан хәбәр ителгәйне.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамына бәйле ял көндәре 1 майҙан 4-нә тиклем күҙаллана. 12 июндән 15-нә тиклем ил халҡы Рәсәй көнөн билдәләйәсәк, ә 1 ноябрҙән 4-нә тиклем – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.

4 һәм 5 ғинуар (шәмбе һәм йәкшәмбе) ял көндәре эшләмәгән байрам көндәренә тура килеү сәбәпле 2 майға һәм 13 июнгә күсерелә. Шулай уҡ 23 февраль (йәкшәмбе) ял көнөнә тура килә, шуға күрә артыҡ ял көнө рәсәйлеләргә 3 ноябрҙә биреләсәк.

Мартта күсереүҙәр булмаясаҡ. Рәсәйлеләр өс көн рәттән ял итәсәк – 8 марттан алып 10-на тиклем. Еңеү көнөнә бәйле майҙа ял көндәре күсерелмәйәсәк, ял көндәре 9 майҙан 11-нә тиклем һуҙыласаҡ, тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: байрамдар