10 декабрь, Шәмбе

10 ғинуар 2014 йыл, 12:39

Самолет бортында ҡул йөгөндә шыйыҡса йөрөтөү тыйыла, хатта башҡорт балын да

автор: Розалия Вәлиева | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Бөтә аэропорттарға ебәрелгән директиваға ярашлы һауа судноларында биҙәнеү әйберҙәре, медикаменттар, аэрозолдәр, төрлө һыйышлыҡтарҙа шыйыҡсалар һәм гелдәр йөрөтөү тыйыла. Улар бөтәһе лә багажға тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итә Рәсәй авиацияһы.

— Башҡорт балы шулай уҡ шыйыҡсалар категорияһына инә, шуға күрә уны ҡул йөгөндә алып барырға ярамай, — тип аңлаттылар Өфө аэропортында.

Пассажирға осоу барышында кәрәк булыр медикаменттарҙы, шулай уҡ гигиена кәрәк-яраҡтарын, авиация именлеге хеҙмәте менән тикшереү һәм осоу алды тикшереү процедураларын үткәндән һуң, ҡул йөгөндә алып барырға була, тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 229-52-95 телефоны аша, пассажирҙарҙы теркәү стойкаларында һәм тикшереү пунктарында алырға була.