Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге эшләй башланы

Иҡтисад

2014 йылдан алып Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының территориаль органдары һәм Граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия биреү буйынса республика үҙәге функцияларын Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге үтәй башланы.

Яңы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы төбәк Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, үҙгәртеп ҡороу социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә һәм торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия биреүгә һис тә тәьҫир итмәйәсәк. Мөрәжәғәт итеү тәртибе, кәрәкле документтар исемлеге һәм социаль ярҙам алырға хоҡуҡлы граждандар категориялары үҙгәрмәйәсәк.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге ташламаларға хоҡуҡ биреү тураһында танытмалар һәм уларҙың дубликаттарын биреү менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, уға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған билдәле бер граждандар категориялары иҫәбен алып барыу йөкмәтелгән.

Әгәр элек граждандар социаль ярҙам сараларын күреү сәбәбе буйынса Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының территориаль органдарына һәм йәшәү урыны буйынса Субсидия биреү республика үҙәгенә мөрәжәғәт итә алһа, хәҙер ошо уҡ хеҙмәттәрҙе республика ҡалаларында һәм райондарында филиалдары булған Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге күрһәтәсәк.

Был структур үҙгәрештәргә бәйле, 2014 йылдың 9 ғинуарынан алып социаль ярҙам алыу һорауҙары буйынса йәшәү урыны буйынса Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалдарына (филиал бүлектәренә) мөрәжәғәт итергә була.

Үҙәктең барлыҡ 18 филиалында һәм 51 филиал бүлегендә аңлатыу өсөн «ҡыҙыу линия» эшләйәсәк.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалдарының адрестарын Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының сайтында табырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть