8 декабрь, Кесе йома

09 ғинуар 2014 йыл, 17:03

Төбәктә быйыл 1915 йылда тыуғандар һәм йәшерәктәр диспансеризация үтергә тейеш

автор: Розалия Вәлиева

2014 йылда 1993, 1990, 1987, 1984, 1981, 1978, 1975, 1972, 1969, 1966, 1963, 1960, 1957, 1954, 1951, 1948, 1945, 1942, 1939, 1936, 1933, 1930, 1927, 1924, 1921, 1918 һәм 1915 йылдарҙа тыуған граждандар диспансеризация үтергә тейеш.

2013 йылда диспансеризациялауҙың беренсе этабын 648 913 кеше үтте. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары – 14 мең 142 кеше, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Мобиль медицина комплекстарҙы ҡулланып 32 мең самаһы граждан ҡаралған. 2013 йылда бөтәһе 649 мең 847 кеше ҡаралырға планлаштырылғайны.

Тикшереү 91 медицина учреждениеһында, шул иҫәптән Сәләмәтлек үҙәктәрендә үткәрелә. Республикала өлкәндәр өсөн 12 Сәләмәтлек үҙәктәре эшләй. Уларҙың Өфөлә медицина ойошмалары нигеҙендә алты сәләмәтлек үҙәге (дүртәүһе өлкәндәр өсөн һәм икәүһе балалар өсөн) эшләй: Республика врач-физкультура диспансеры, 2-се, 38-се, 46-сы поликлиникалар, 5-се һәм 8-се балалар поликлинкалары.

Стәрлетамаҡта өлкән халыҡ өсөн бер үҙәк – 6-сы ҡала поликлиникаһы нигеҙендә һәм балалар өсөн үҙәк – 4-се балалар поликлиникаһы нигеҙендә урынлашҡан. Нефтекамала сәләмәтлек үҙәге Үҙәк ҡала дауаханаһы нигеҙендә эшләй.

Сәләмәтлек үҙәктәрендә табип-белгестәр кабинеттары, дауалау физкультура залдары, сәләмәтлек мәктәптәре, тест үткәреү кабинеттары урынлашҡан. Үҙәктәр график буйынса ике сменала эшләй.