8 декабрь, Кесе йома

09 ғинуар 2014 йыл, 14:50

Башҡортостанда «АгроКомплекс-2014» халыҡ-ара махсус күргәҙмә үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

11-14 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында XXIV «АгроКомплекс» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үтә.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында уҙғарылған республикалағы берҙән-бер агросәнәғәт күргәҙмәһе һәм төбәк проекттары араһында иң ҙур ауыл хужалығы форумы ойоштороусылары булып Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһай.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «АгроКомплекс-2014» экспозицияһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, БДБ илдәренән, Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа, Көнбайыш Азия илдәренән 250-нән ашыу предприятие ҡатнаша. Экспозицияның дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

Өфөләге «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексының асыҡ майҙансыҡтарында һәм павильондарында ауыл хужалығы техникаһы; аҙыҡ-түлек сәнәғәте, малсылыҡ, эшкәртеү һәм төрөү өсөн ҡорамалдар экспозицияһы киң ойоштороласаҡ, шулай уҡ «Үҫемлекселек» һәм «Ветеринария» экспозициялары.

«АгроКомплекс»тың традицион бүлектәренән тыш, быйылғы күргәҙмәгә Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килгән бүлектәр индерелгән. Улар араһында – «Итле малсылыҡты үҫтереү» һәм «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программалары.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Агросәнәғәт комплексының инновацион үҫеш перспективалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы «АгроКомплекс-2014» эшлекле программаның төп ваҡиғаһы буласаҡ.

Бынан тыш, өлкә белгестәре өсөн конференциялар, «түңәрәк өҫтәл» ултырыштары һәм семинарҙар форматында 15-ләгән сара планлаштырылған.

Тулыраҡ мәғлүмәтте күргәҙмәнең сайтында алырға була.