11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ғинуар 2014 йыл, 11:42

Шағир Риф Тойғонов яҡты донъянан китте

автор: "Башинформ"

Ватан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте, республика йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. 68-се йәшендә  Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре, билдәле шағир, прозаик, йәмәғәт эшмәкәре Риф Ғәлим улы Тойғонов (әҙәби псевдонимы – Тойғон) арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы.

Риф Тойғонов 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Аҡсура ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында асылған шиғри һәләте буласаҡ яҙыусының тормош юлын билдәләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеп ул йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай, «Шоңҡар» ижади түңәрәгендә үҙенең шиғри оҫталығын байыта.

Риф Тойғонов әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң «Совет Башҡортостаны» гәзитендә үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Артабан ул «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы редакцияларында үҙен һәләтле журналист итеп күрһәтә.

Өфө «Нур» татар театрында һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире, репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары булып эшләгән йылдарҙа Риф Тойғонов уларҙың репертуарҙарын байытыуға ҙур өлөш индерә.

Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстары яҙыусының ижади үҫешендә мөһим роль уйнай. Риф Тойғоновтоң һәләте күп яҡлы байый. Ул ундан ашыу китап авторы. 2006 йылда «Мөхәббәттән донъя ҡотайыр» исеме аҫтында баҫылған китабында һайланма әҫәрҙәре донъя күрә, унда шиғырҙар һәм поэмаларҙан тыш, хәҙерге әҙәбиәт процесында билдәле ваҡиғаға әйләнгән «Будка» повесы инә.

Риф Ғәлим улының тормош һәм ижад биографияһында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы айырыуса урын биләп тора. 13 йыл дауамында ул Союз идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһында намыҫлылы хеҙмәт итә, республиканың бай әҙәби мираҫын һаҡлауға һәм арттырыуға, яҙыусылар берләшмәһенә ярҙам итеүгә һәм бергә туплауға ҙур өлөш индерә. Риф Тойғонов үҙенең эшкә намыҫлы мөнәсәбәте, әҙәплелеге, кешеләргә хәстәрлекле һәм илтифатлы мөнәсәбәте менән айырылып торҙо.

2012 йылдың мартында республика әҙәбиәтселәре Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп Риф Ғәлим улын һайлап ҡуя. Был вазифала ҡыҫҡа ваҡытта эсендә ул башҡорт әҙәбиәте өсөн күп нәмә эшләне, йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте, республиканың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашты, күп идеялар һәм пландар менән йәшәне.

Талантлы шағир, Рәсәй илһөйәре, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Риф Тойғонов үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты исемдәре менән лайыҡлы баһаланған.

Иҫ киткес кеше, күренекле әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре – Риф Ғәлим улы Тойғонов тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Некрологҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республиканың башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.

Хушлашыу 10 ғинуарҙа 9 сәғәт 30 минутта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙасаҡ.

темалар: хәтер