5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2013 йыл, 13:19

Сибайҙа 35 етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды

автор: Әлим Фәйезов

Ошо көндәрҙә Сибайҙа етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.

Ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендәге үҙенең архитектура һәм төҫтәр гаммаһы менән айырылып торған 55 фатирлыҡ йортто  «Оптима-С» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөп өлгөрттө. Сибайҙа йәшәүсе төрлө сәбәп менән бала сағында ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған 35 йәш кеше торлаҡ алыу бәхетенә эйә булды. Был улар өсөн – үҙенсәлекле Яңы йыл бүләге.

Ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов өй туйлаусыларҙы был мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм уңыштар теләне.

«БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы төҙөлөштөң төп подрядсыһы булды. Тантанала ойошманың генераль директоры урынбаҫары Виктор Рассейкин ҡатнашты һәм торлаҡ алыусыларҙы ул да ҡотланы.

Сибайҙа Фонд төҙөгән был өсөнсө социаль йорт. 2012 йылда ике йорт файҙаланыуға тапшырылғайны. Яңы йылдың ғинуарында 35 фатирлыҡ яңы йортҡа нигеҙ һалынасаҡ. Сығыш яһаусылар төҙөлөш эштәренең юғары сифатлы итеп башҡарылыуын билдәләне. Бөтә квартал балаларын шатландырып, ихатаны тиҫтәләгән уйын элементтары менән балалар майҙансығы биҙәй, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте.