5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2013 йыл, 12:51

Башҡортостанда өйләнешеүселәр йәше олоғая

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда уҙып барған йылдың 11 айында 33054 никах теркәлгән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда бер мең ярымға күберәк. Был мәғлүмәттәр тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы урынбаҫары Алһыу Фәттәхова хәбәр итте.

Бынан тыш, республикала бәлиғ булмаған өйләнешеүселәр һаны кәмеү һәм ғаилә ҡорорға теләүселәрҙең йәше артыу тенденцияһы күҙәтелә. Быйыл кәләштәрҙең уртаса йәше  – 25-30, ә кейәүҙәрҙең 28-34 йәш тәшкил итте. Уҙған йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше – 18-24, ә ирҙәрҙең 25-34 йәш тәшкил итә ине.

Уҙып барған йыл ҡабаттан никахҡа инеүселәр һаны артыуы, шулай уҡ күпселек кәләштәр ирҙәренең фамилияларын алыуҙан баш тартыуы менән айырылып торҙо.