Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ҡурған өлкәһендә «Ҡаҙ өмәһе» башҡорт йола байрамы үткәрелде

Мәҙәниәт

Ҡурған өлкәһе Әлмән районының боронғо башҡорт ауылы – Сейәлелә башҡорттарҙың «Ҡаҙ өмәһе» байрамы үтте. Йола буйынса уны ҡар яуғас, көндәр һалҡынайғас үткәрәләр. Ҡаҙ өмәләре бөтә ауыл халҡы ҡаҙҙарын һуйып бөткәнсе уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров һөйләүенсә, был боронғо байрамды Мәҙәниәт йорто, урындағы мәҙәни-уҡыу үҙәге һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе, теләүселәрҙең барыһын да боронғо башҡорт йолаһы менән таныштырҙы.

Йола буйынса йылға йә күл боҙонда киң ҡаран уйыла, ул ҡаҙҙарҙы туңдырыу өсөн ҡулланыла. Был йорт ҡошо – Яңы йыл өҫтәленең мотлаҡ атрибуты. Боронғо йола буйынса бешерелгән ашамлыҡ иң тәмлеһе тип иҫәпләнә.

Мәкелә ҡаҙҙарҙы туңдырыу – байрамды тамамлау өлөшө, ул иртә таңдан башлана. Милли кейемдәге ҡатнашыусыларҙы йырлап мәкегә оҙаталар, төп ғәмәл тап шунда үткәрелә лә. Бында йыйылыусыларҙы ауылдың «Нур» фольклор төркөмө йырсылары һәм Әлмән ауылының үҙешмәкәр артистары йырҙары менән шатландырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть