9 декабрь, Йома

31 декабрь 2013 йыл, 11:31

Волгоградтағы теракттарҙа фажиғәгә тарыусыларҙың туғандарына ярҙам итеү өсөн иҫәп асылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Волгоград өлкәһендә 29 һәм 30 декабрҙә теракттар һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең туғандарына ярҙам итеү өсөн иҫәп асылған, тип хәбәр итә ИТАР-ТАСС. SMS йәки банк аша күсереп ярҙам итеп була. Аҡса кереме һәм сығымы тураһында отчеттар Волгоград өлкәһенең Халыҡҡа социаль ярҙам хәйриә фонды сайтында урынлаштырыласаҡ.

Теракт ҡорбандарына ярҙам итеү өсөн 7878 һандарына «ВОЛГОГРАД» һүҙе менән SMS ебәрергә була. Бер хәбәрҙең хаҡы – 50 һум. SMS иҫәбе сикләнмәгән. Билдәләп үтеүҙәренсә, хеҙмәтләндереү бөтә Рәсәй буйынса «Билайн», «МТС», «МегаФон» һәм «Ростелеком» кәрәҙле селтәр абонеттары өсөн асыҡ.

Иғәнәләрҙе шулай уҡ түбәндәге реквизиттар буйынса Рәсәй Һаҡлыҡ банкының төрлө бүлексәләрендә индерергә була:

Алыусы:

ВОБФСПН

Банк реквизиттары:

ИНН 3444066961,КПП 344401001

р/с 40703810311000100039 –  Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Волгоградтағы 8621-се бүлексәһендә

к/с 30101810100000000647

БИК 041806647

Түләүҙең тәғәйенләнеше: «Благотворительное пожертвование на организацию помощи пострадавшим от террористических актов в городе Волгограде. Без НДС».

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Волгоградтағы кисәңге терактта 14 кеше һәләк булған, 27-һе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Был ҡалала тәүлек эсендә икенсе теракт. Бер көн алда көндөҙ тимер юл вокзалында шартлау булды, 17 кеше һәләк булды, 40-тан ашыуы тән йәрәхәттәре алды. Биш кеше ауыр хәлдә ята.