5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2013 йыл, 11:00

Мәләүездә реконструкциялағандан һуң 170 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Александр Яворский

Яңы йыл алдынан Мәләүездә капиталь ремонттан һәм реконструкциялағандан һуң «Аҡсарлаҡ» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Эштәрҙе башҡарыуға «Төбәк мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау» программмаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 21,5 миллион һум аҡса бүленде. Балалар өсөн йорт 170 урынға иҫәпләнгән, унда балаларҙы үҫтереү һәм сәләмәтләндереү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

— Республикала «юл картаһы» тип аталған саралар комплексы эшләнгән, уға ярашлы 2015 йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратты бөтөрөү планлаштырыла, —тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Балалар баҡсаларында урындар етмәү проблемаһын хәл итеүгә республика йыл һайын дүрт миллиард һум самаһы аҡса тотона. Быйыл Башҡортостанда 39 мең 945 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары асылды. Әммә өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға ярамай, беҙҙең демографик күрһәткестәр яҡшы, шуға күрә артабан да алға барасаҡбыҙ, — тине министр.

Район хакимиәте башлығы Малик Вәхитов мәләүездәрҙе, балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү эше дауам итәсәк, тип билдәләне. Быйыл ҡалала һәм районда өҫтәмә 530-ҙан ашыу урын асылды. Әлеге ваҡытта шәкәр заводы ҡасабаһында 110 урынлыҡ яңы бина төҙөлә, тағы ла ике балалар баҡсаһын тура тәғәйенләнеше буйынса кире ҡайтарыу эше алып барыла.

Тантананың төп геройҙары ҡунаҡтарҙы тамаша залында ҡаршы алды. Матур кейенгән малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең «икенсе» йортон үҙләштерҙе. Ҡыш бабай менән бергә шыршы тирәләй йырлап әйләнде. Шулай ҙа иң бәхетлеләре ата-әсәләр булды, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Елена Мазиева.