8 декабрь, Кесе йома

31 декабрь 2013 йыл, 10:24

Төбәктә капиталь ремонт өсөн түләүҙәр күләме раҫланды

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылда капиталь ремонт өсөн минималь түләүҙәр күләмен раҫланы. Биш ҡатҡа тиклем күп фатирлы йорттар өсөн фатирҙың дөйөм майҙанының бер квадрат метры өсөн – 5 һум 20 тин һәм алты ҡаттан алып лифт менән йыһазландырылған йорттар өсөн 5 һум 80 тин күләмендә түләүҙәр раҫланды.

Был турала ҡарар 30 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2014 йылда фатир милекселәре капиталь ремонт үткәреү өсөн, махсус банк иҫәбендә йәки төбәк операторы иҫәбендә туплау ысулын һайлап, фонд ойоштора ала. Бер йорттоң милекселәре дөйөм йыйылыш ҡарары буйынса махсус банк иҫәбе аса һәм йыйылған аҡсаларҙы капиталь ремонтҡа үҙ аллы тотона ала. Төбәк операторы муниципаль берәмектәге бөтә йорттарҙы капиталь ремонтлауға взностар йыя һәм республика капремонт программаһына ярашлы капиталь ремонт үткәрелә.

Шуны әйтергә кәрәк, торлаҡ бинаһы милекселәре капиталь ремонт фондын ойоштороу ысулы (махсус банк иҫәбе йәки төбәк операторы иҫәбе) тураһында ҡарарҙы 2013 йылдың 31 декабренән алып 2014 йылдың 28 февраленә тиклем осорҙа ҡабул итергә тейеш.