5 декабрь, Дүшәмбе

31 декабрь 2013 йыл, 9:56

Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтында хеҙмәтте һаҡлау кабинеты эшләй

автор: Людмила Терновая

Өфөнөң Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтында хеҙмәтте һаҡлау кабинеты эшләй башланы. Унда профсоюз кадрҙары, етәкселәр, ойошмаларҙың хеҙмәтте һаҡлау һәм производствола хәүефһеҙлек сараларын пропагандалау өлкәһендәге белгестәре уҡыу үтәсәк, тип планлаштырыла.

30 кешегә иҫәпләнгән кабинетта һөҙөмтәле уҡытыу өсөн бөтә шарттар булдырылған, «ТехноАвиа» стенды булдырылып, унда индивидуаль һаҡланыу саралы өлгөләре һәм методик әсбаптар урынлаштырылған.

Планда — эш урындарын аттестациялау буйынса бойондороҡһоҙ лаборатория булдырыу, күсмә семинарҙар, онлайн режимында дәрестәр ойоштороу, тип хәбәр итә БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәте.