Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сәлиә Мырҙабаева Башҡортостан халҡының медицина проблемаларын хәл итә

Сәйәсәт

Уҙып барған йылдың көҙгө сессияһында Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Башҡортостан халҡының 240-тан ашыу яҙма һәм телдән мөрәжәғәттәрен ҡараны. Уларҙың һәр береһе буйынса тәғәйен ҡарар ҡабул ителде, кешеләргә кәрәкле ярҙам күрһәтелде.

Парламентарийға республика халҡы йыш ҡына медицина ярҙамы алыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә – 40 процент. Инвалидлыҡ билдәләү, реабилитация ярҙамы, аяҡҡа баҫтырыу һәм шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү буйынса мөрәжәғәттәр бар. Граждандар ғаризаларының 14 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйләнгән.

Депутат Өфөлә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм студент йәштәрҙең һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән «Йәштәргә һаулыҡ» социаль проектын индереүҙе дауам итә.

Башҡортостандан депуттың закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм инициативалары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уның сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть