Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

2014 йылда Рәсәй – ЕС Фән йылы үтәсәк

Сәйәсәт

Киләһе йыл Рәсәй Федерацияһында Рәсәй – ЕС Фән йылы үтәсәк. Был турала указға РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, саралар Рәсәй Федерацияһының фәнни-техник ҡеүәтен үҫтереүгә һәм Европа союзы илдәре менән оҙайлы ваҡытҡа партнерлыҡты киңәйтеүгә йүнәлтеләсәк.

Федераль Хөкүмәткә 2 ай эсендә Рәсәй Федерацияһында Рәсәй – ЕС Фән йылын әҙерләү һәм үткәреү буйынса Милли ойоштороу комитетын ойошторорға һәм уның составын раҫларға, шулай уҡ саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.

Субъекттарҙың дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына Рәсәй – ЕС Фән йылына арналған саралар әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашырға кәңәш ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть