8 декабрь, Кесе йома

31 декабрь 2013 йыл, 9:09

Башҡортостандан баш ҡала вуздары студенттары Өфө балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы активистары Өфөнөң 9-сы балалар йортонда булды.

— Осрашыу сиктәрендә Мәскәү вуздары студенттары балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә алдынғы Рәсәй университеттарына нисек уҡырға инеү тураһында һөйләне. Бынан тыш, улар үҙҙәренең мегаполиста йәшәү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, — тип хәбәр итте Ассоциация етәксеһе Азат Бәҙрәнов. — Әңгәмәләшеү барышында студенттар уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе, улар бәйләнештәр менән алмашты һәм балалар йортоноң өлкән синыф уҡыусылары өҫтөнән шефлыҡ алды.

Йәйен «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» активистары тәрбиәләнеүселәргә вуздарға уҡырға инергә ярҙам итәсәк.

Ассоциация активисы Азат Хәлиуллин әйтеүенсә, профориентация эше һәм балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә уҡырға инеүҙә ярҙам итеү – ҡануниәттәге казусҡа бәйләнгән, йәғни етемдәр юғары уҡыу йорттарына ингәндә льготаларҙан мәхрүм ителде.

— Был ғәҙелһеҙлек бөтөрөлгәнсе, беҙҙең Ассоциация балалар йорттарының сығарылыш уҡыусыларына университетҡа уҡырға ингәндә ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Азат Хәлиуллин. Осрашыу аҙағында активистар балалар йортона «Мираҫ» хәйриә фондынан бүләктәр тапшырҙы.