5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 17:28

Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәнән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Федераль һәм республика кимәлендәге наградалар тапшырыу тантанаһы республика Йортонда үтте.

— Яңы йыл алдынан мин күңелле миссия башҡарам – һеҙгә наградалар тапшырырға теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Наградалар лайыҡлы, һеҙ уны үҙ хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ менән яулап алдығыҙ. Бына шулай бөтә күңелегеҙҙе һалып, тырышып, намыҫлы эшләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт кенә әйтәһе килә.

Башҡортостан Президенты Волгоградтағы трагедия темаһын урап үтә алманы.

— Тағы ла Волгоградтан фажиғәле хәбәр: сираттағы теракт – троллейбусты шартлатҡандар. Тағы ла күп кешеләр үлгән. Әлбиттә, был беҙҙең кәйефте ҡыра. Аңлашыла, илебеҙҙең үҫешеүе күптәрҙә ҙур көнсөллөк уята, шул сәбәпле етди проблемалар килеп тыуа ла. Беҙ, һис шикһеҙ ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Былар ауыр хәбәрҙәр. Әммә быны эшләүселәр беҙҙе ҡурҡыта алмай, беҙ үҙебеҙгә тейешлене эшләйәсәкбеҙ: хеҙмәт итәсәкбеҙ, үҫешәсәкбеҙ, һәм беҙҙе бер кем дә туҡтата алмаясаҡ.

Наградалар тапшырып, Рөстәм Хәмитов, «һеҙҙең кеүек етди, көслө кешеләребеҙ булғанда, беҙ тағы ла ышаныслыраҡ, тағы ла тырышыбыраҡ эшләйәсәкбеҙ, шулай булырға тейеш тә», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һеҙҙе лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым, һеҙгә изгелек, һаулыҡ, уңыштар теләйем. Яңы йыл алдынан бындай награда алыу үтә ҡыуаныслы. Уҙып барған йылда һеҙ намыҫлы хеҙмәт иттегеҙ, дәүләт быны иғтибарһыҙ ҡалдырманы һәм хеҙмәтегеҙҙе тейешенсә баһаланы, — тине республика башлығы.

Дәүләт наградаларына 20 кеше лайыҡ булды. Улар араһында – табиптар, журналистар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, муниципаль берәмек башлыҡтары, ғалимдар.