5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 16:21

Статистиктар 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса йыйынтыҡ сығарҙы

автор: Эльвира Латипова

«2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан Республикаһы халҡы» статистика йыйынтығы донъя күрҙе.

Унда һуңғы иҫәп алыу кампанияһының төп һөҙөмтәләре, шул иҫәптән республикала даими йәшәүсе халыҡтың иҫәбе һәм урынлашыуы тураһында, йәше, енесе, ғаилә хәле, белем кимәле, ҡайһы милләткә ҡарауы һәм ниндәй телдәр белеүе тураһында, иҡтисади әүҙемлеге һәм йәшәү сығанаҡтары буйынса мәғлүмәттәр баҫылған. Йыйынтыҡта шулай уҡ йорт хужалыҡтарының иҫәбе һәм составы, халыҡтың торлаҡ шарттары, даими йәшәү урынында күпме ваҡыт йәшәүе, балалар һаны тураһында мәғлүмәттәр бар.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010-дың тулы аналитик материалдары туғыҙ том тәшкил итә. Һәр кем уның менән Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Башҡортостастатта таныша ала. Унда шулай уҡ республика халҡы тураһында статистиктарҙың йыйылма хеҙмәтен һатып алырға ла мөмкин.