6 декабрь, Шишәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 14:40

Өфө автовокзалдарында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде

автор: Розалия Вәлиева

Волгоградтағы терактарға бәйле Өфө автовокзалдарында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде, тип хәбәр итте «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының пассажирҙар йөрөтөү буйынса урынбаҫары Сергей Паскин.

— Автовокзалдарҙа металл эҙләүсе ҡорамалдар урынлаштырылды, — тип хәбәр итте ул. — Кисә оператив кәңәшмәлә багажды өҫтәмә ҡарау тураһында ҡарар ҡабул ителде.

29 декабрҙә Волгоградта тимер юл вокзалында теракт ваҡытында 17 кеше һәләк булды, 40-тан ашыуы зыян күрҙе. Дүшәмбе, 30 декабрҙә, троллейбуста шартлау булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, 10 кеше һәләк булған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Волгоградта «паника, кешеләр транспорттан сығып, йәйәү китә».