5 декабрь, Дүшәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 14:22

Төбәктә Яңы йылда граждандар именлеген 2,5 мең полиция хеҙмәткәре тәьмин итәсәк

автор: Ольга Мортазина

Яңы йыл төнөндә граждандарҙың именлеген тәьмин итергә БР буйынса Эске эштәр министрлығы 2,5 мең полиция хеҙмәткәрен сығара, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың 300 меңләгән кешеһе күмәк күңел асыу сараларында ҡатнашасаҡ. Республиканың ҡала һәм райондарында 176 боҙ ҡаласығы ҡоролған. 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып 10-на тиклем көн һайын граждандар ял иткән урындарҙа меңгә яҡын полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк.