10 декабрь, Шәмбе

30 декабрь 2013 йыл, 13:44

«Китап» нәшриәтендә Ирек Зарипов тураһында китап сыҡты

автор: Розалия Вәлиева

«Китап» нәшриәтендә Ирек Зарипов тураһында китап сыҡты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Барый Ноғомановтың Туринда (Италия), Ванкуверҙа (Канада) Паралимпия уйындары еңеүсеһе Ирек Зарипов тураһындағы «Бәхет үҙ ҡулыңда» («Счастье в твоих руках») повесы Сочиҙа Олимпия уйындары асылыуға арналды.

Ирек Зарипов 18 йәшендә аварияға эләгә, ауыр операция үткәрә.

«Мин үҙ илемә файҙалы булырға тейеш»,— тип йыш ҡабатлай ул. Төрлө спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Хәҙер Ирек Зарипов – саңғы спортында һәм биатлонда иң яҡшыларҙың береһе. Был ҡаҙаныштарға ҙур ихтыяр көсө һәм Ватанға һөйөү арҡаһында өлгәшелде. Ул «Бәхет үҙ ҡулыңда» повесының идея йөкмәткеһен билдәләй.

Китап киң уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса Ванкуверҙа ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы Сочиҙан һуң спорт карьераһын тамамлай. Ирек Зарипов үҙе әйтеүенсә, ҡарар инде ҡабул ителгән һәм үҙгәрмәйәсәк.

— Сочиҙа минең өсөн үҙенсә бер хушлашыу гастроле буласаҡ, — тип раҫланы Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы лидерҙарының береһе һәм күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты. — Минең спорт менән хушлашыуым юғары нотала үтер тип ышанам, унан һуң тулыһынса сәйәси эшмәкәрлеккә күсергә планлаштырам.