Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Волгоградтағы теракт менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Волгоградтың тимер юл вокзалында террористик акт һөҙөмтәһендә һәләк булған һәм зыян күргән кешеләрҙең ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«29 декабрҙә Волгоград вокзалында ауыр юғалтыуҙарға килтергән шартлау тураһында белдереүҙе бөтә Башҡортостан халҡы тетрәнеп ҡабул итте. Был вәхшиҙәрсә теракт тураһындағы хәбәр беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр тойғо уятты. Фажиғәгә тарыусыларҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Был матәм көндәрендә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ», – тиелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Волгоград өлкәһе губернаторы Сергей Боженов исеменә ебәрелгән телеграммаһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть