9 декабрь, Йома

30 декабрь 2013 йыл, 11:52

Айгөл Иҙрисова – донъя чемпионы-2013

автор: Дмитрий Слезин

Францияла халыҡ-ара шашка буйынса үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты тамамланды.

Классик һәм «йәшен тиҙлегендәге» программаларҙа Рәсәй ҡыҙҙары уңышҡа өлгәште.

Аяника Кычкина ике миҙал яуланы: блицта «бронза» һәм «классикала» «көмөш». Өфөнөң 23-сө Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Айгөл Иҙрисова «классика»ла еңде.